Һорау
Алла бармы?
Яуап
Алла бармы – был иң төп һәм мөһим һорауҙарҙың береһе һәм был турала һәр кеше уйлана ала. Алла тураһында фекерҙәр күп, ләкин «Алла бармы» тигән һорауға яуап биреү өсөн, бер нисә секундҡа ҡарағанда күберәк иғтибар талап ителә, шулай уҡ уй-фекерҙәрҙең киң спектрын һәм иҫбатлауҙы үҙ эсенә ала. Кеше тәжрибәһе, фән, тарих һәм логика беҙгә, ышаныслы яуап бирә: эйе, Алла бар.
Йыш ҡына был һорауҙы былай билдәләйҙәр: «Алланың барлығын иҫбатлай алаһығыҙмы?» Мәсьәлә шунда, хәҡиҡәт үҙенән-үҙе тура булһа ла, фәҡәт логика һәм математиканан ситтә, тура иҫбатлау миҫалдары юҡ тейерлек. Шуға күрә судтар ҡарар сығарыу өсөн абсолют дәлилдәр талап итмәй; моғайын, улар «нигеҙле шиктәрҙе» таратырға һәм «айырыуса ышанырлыҡ» булғандарын ҡарарға ынтыла.
Бер кем бер ҡасан да кире ҡаға алмаҫлыҡ, Алла тураһында «дәлилдәр» талап итеү, аҡылға яҙмай. Ысын тормошта дәлилдәр ҙә, кешеләр ҙә бындай рәүештә эш итмәйҙәр. Ысынбарлыҡҡа «тарығыу» һәм уларҙы «ҡабул итеү» - был төрлө тәрән төшөнсәләр. Кем бер нисек тә ышанырға теләмәй, улар өсөн ныҡлы, ышаныслы фекерҙәр ышандырғыһыҙ булып ҡаласаҡ. Хатта ул берәй башҡаны ышандырһа ла, шөбһә кеше өсөн был «дәлил» булмаясаҡ. Ниндәй ҙә булһа шаһитлыҡтарға ҡарағанда, кеше ниәте күпкә әһәмиәтле.
Был, бер Алла барлығына ғына инаныу түгел, ә башҡа нимәләрҙә лә аныҡ «иман» кәрәк тигәнде аңлата. Камил белем беҙҙең мөмкинлектәрҙән ситтә урынлашҡан. Тиҫкәре мөнәсәбәт һәм фекер беҙҙең ҡараштарыбыҙҙы томалай. Һәр ваҡытта ла беҙ нимә «белә» алабыз һәм нимәгә «ышанабыҙ» тигәндең араһында упҡын буласаҡ. Был тиң дәрәжәлә шөбһә кешегә лә, иманлы кешегә лә ҡағыла. Беҙ, урындыҡҡа ултырғанда, ризыҡтан ауыҙ иткәндә йәки баҫҡыстан менгәндә ҡылған ғәмәлдәребеҙҙең бөтә нескәлектәрен белә алмайбыҙ. Был ғәмәлдәрҙең барыһы ла аныҡ билдәләнгән иманыбыҙ дәрәжәһен сағылдыра. Беҙ, белмәгән нимәгә ҡарамаҫтан, белгәнебеҙгә таянып эш итәбеҙ. Алланың барлығын иҫәпкә алғанда, ошо иманыбыҙ асылы була ла инде. Беҙ, тулы булмаған белемебеҙгә ҡарамаҫтан, беҙгә нимә билдәле һәм нимә беҙҙе ғәмәл ҡылырға мәжбүр итә, шуға ышанабыҙ (Еврейҙарға 11:6).
Бер нигә ҡарамаҫтан, кеше Алланы таныймы юҡмы, уның ҡарары иманға бәйле. Аллаға инаныу, һуҡыр иман талап итмәй (Яхъя 20:29), әммә ул шул уҡ ваҡытта ышанмаусанлыҡ ниәтебеҙҙе лә еңеп сыға алмай (Яхъя 5:39-40). Кеше тәжрибәһе, логика һәм эмпирик мәғлүмәттәр, иманыбыҙҙы нығытыуҙа булышлыҡ итеүсе нимәләр. Улар - Алла бармы?, тигән һорауға яуап табырға ярҙам итәләр.
Алла бармы? – Кеше тәжрибәһе
Алланың барлығы тураһында фекер алышыу, ғәҙәттә, логик фекерҙәрҙән башлана. Бында мәғәнә бар, тик кешеләр ғәҙәттә икенсе төрлө эшләй. Кеше йәғни һәр төрлө мөмкинлегенән мәхрүм булыуҙан башламай, ә үҙ фекерен ойошторғансы, робот кебек рациональ юлдан йөрү мөмкинлеген көтә. Кешеләр тормоштоң мәғәнәһен, үҙҙәрен уратыусы мөхиткә нигеҙләп, аңлатып бирә. Шуға күрә Алланың барлығы тураһындағы һорау, тәжрибәнән башланырға тейеш. Шунан һуң беҙ был ҡарашҡа баһа биреү өсөн логиканы ҡуллана алабыҙ.
Алла тураһында шаһитлыҡ, кешенең көндәлек тәжрибәһендә тупланған (Римдарға 1:19-20; Зәбур 18:1; Вәғәзсе 3:11). Был беҙҙең тәбиғий хис әхләкте лә үҙ эсенә ала. Шулай уҡ был, беҙҙе уратып алған мөхиткә лә ҡағыла. Кеше тормошо, хәҡиҡәт, алдашыу, мөхәббәт, нәфрәт, изгелек, яуызлыҡ һ.б. ысынбарлыҡҡа һәм әһәмиәткә ышанырға мәжбүр итә. Күпселек кешеләр тарих дауамында физик өҫтөнлөклө ысынбарлыҡҡа ышанырга әүәҫ.
Беҙҙең тәжрибә, әлбиттә һуңғы дәлил тип һаналмай. Шуға күрә Алла дөйөм асылышты саҡырыу кеүек ҡуллана (Асылыш 3:20). Дөйөм тәжрибә артабан яуап эҙләргә кәрәклеген һыҙыҡ аҫтына ала (Матфей 7:7-8). Кем Алланың саҡырыуын һанға һуҡмай һәм әһәмиәт бирмәй, белмәүсәнлектә аҡланыу өсөн дәлил ҡалмай (Римдарға 1:18; Зәбур 13:1).
Алла бармы? - Логика
Алланың барлығы файҙаһына иң әһәмиятле логик дәлилдәр булып, йыһан, дин һәм әхлаҡ тәғлимәттәр дәлиллеге һанала.
Йыһан тәғлимәте дәлиле сәбәп һәм һөҙөмтә принциптарын ентекләп ҡарай. Һәр һөҙөмтә ниндәйҙер сәбәп нәтижәһе, ә һәр сәбәп - алдағы сәбәптең һөҙөмтә нәтижәһе. Әммә был теҙмә сәбәптәр, үҙған ваҡытҡа мәңге дауам итә алмай, юғиһә, ул бер ҡасан да башланмаған булыр ине. Логика мәңге булган нимәнең булыуын талап итә. Беҙҙең ғаләм, мөмкин тиклем һөҙөмтәгә килгәндә, сәбәпһеҙ һәм мәңгелек түгел. Логика: яралтылмаған, бөтә башҡа әйберҙәрҙең мәңгелек үлсәменә, беҙҙең ысынбарлыҡтың төп сәбәбенә, йәғни Аллаға төртөп күрһәтә.
Дин тәғлимәте дәлиле Ғаләмдең төҙөлөшөн ентекләп ҡарай. Иң ҙур Йондоҙҙар системаһының үҙ-ара урынлашыу тәртибе, беҙҙең Ҡояш системаһы, беҙҙең ДНК, субатом киҫәксәләре - барыһы ла уйланылған яйланма тәьҫирен тыуҙыра. Был асыл шул тиклем көслө, хатта ныҡ тамырланған атеистарға ла уйланған ниәттең билдәләренән ситләшеү ҡыйын.
Бер нимә лә субатом киҫәксәләрендә йәки көстәрендә, улар нисек урынлашҡан шулай урынлашырға тейеш тип күрһәтмәй. Шуға ла ҡарамаҫтан, әгәр улар нисек урынлашҡан шулай урынлашмаған булһа, ҡатлаулы материя һәм тормош мөмкин булмаҫ ине. Бары тик тормош мөмкин булһын өсөн генә, тиҫтәнән тыш универсаль ҙурлыҡтар иҫ китәрлек аныҡлыҡ менән яраштырыла, шуға күрә уның барлығы тураһында әйтеп тә тораһы юҡ.
Фән бер ҡасан да тормоштоң наҙһыҙ булыуын күҙәтмәне һәм аңлатманы, ләкин шул уҡ ваҡытта ҡатлаулы организмдарҙың ҡапыл барлыҡҡа килеүен күрһәтә. Мәмерйә диуарында «Бында мин булдым» һүҙен күргән археологтар командаһы, һис шикһеҙ, аҡыллы ғәмәлдәрҙе фараз итер ине. Шул уҡ ваҡытта, кеше ДНК структураһы, иң яҡшы кеше инженерҙары мөмкинлектәренән ситтә булған кодлаштырыусы структуранан ғибәрәт. Әлеге дәлилдәрҙең логик ауырлығы, аңлатыу сифатында, аҡыллы ижатсы - Алла фекере файҙаһына һөйләй
Әхлаҡ дәлиле яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ, этика һәм башҡа кеүек төшөнсәләргә ишара итә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, был «нимә булырға тейеш» тигән фекер, ни бары «нимә бар» тейеү түгел. Осраҡлы рәүештә эволюцияға бирелеп нисек булһа ла иҫән ҡалырға теләгән йән эйәһенән көтөргә мөмкин булған, әхлаҡ принциптар рәхимһеҙ, эгоистик фекер алышыуҙарҙан, бик күпкә айырылып тора. Йән эйәһенең физик, әхлаҡи категориялар менән фекер йөрөтмәүе тураһындағы фекер үҙе шаҡҡатыра. Бынан тыш, кеше әхлағының нигеҙле эстәлеге бөтә тарих дауамында һәм төрлө мәҙәниәттәрҙә үҙгәрешһеҙ ҡала.
Артабан, әхлаҡи фекер тураһында фекер алышыу ҡотолғоһоҙ билдәле бер һайлауға килтерә. Йә әхлаҡи фекерҙәр тулыһынса шәхси һәм шуға күрә мәғәнәһеҙ, йә улар ниндәй ҙә булһа үҙгәрешһеҙ ҡалыпта нигеҙләнгән булырға тейештәр. Кеше тәжрибәһе, әхлаҡ бер нимә лә аңлатмай тигән нәтижәне раҫламай. Кешеләрҙең ни өсөн әхлаҡи атамаларҙа фекер йөрөтөүенең һәм әхлаҡи фекерҙәрҙе бүлешеүенең иң төплө аңлатмаһы, әхлаҡ ҡанун сығарыусыһы, йәғни Алла тарафынан билдәләнгән ысын әхлаҡи ҡанундың хезмәт итүендә аңлатыла.
Алла бармы? - Фән
Юғарыла килтерелгән дәлил логик күҙәтеүҙәргә нигеҙләнгән. Ҙур шартлау тәғлимәте кеүек мөнәсәбәтле фекерҙәр, кәм тигәндә, ижат ителгән, мәңге булмаған Ғаләмдең барлығының фәни нигеҙләнгән булыуын күрһәтә. ДНК структураһы менән дә шул уҡ хәл. Эмпирик мәғлүмәттәр Изге Яҙмалағы Ижадсының фекеренә дөрөҫлөк бирә һәм мәңгелек ғаләм, йәки биогенез кеүек альтернатив аңлатмаларҙы кире ҡаға.
Археология шулай уҡ Изге Яҙманы раҫлай. Китапта яҙылған кешеләр, тарихи ваҡиғалар һәм урындар, бер нисә тапҡыр донъяүи асыштар менән раҫлана. Был асыштарҙың күбеһе, шөбһә кешеләрҙең, Изге Яҙмалағы ваҡиғалар уйҙырма тип белдереү яһағас, әшләнгән була.
Тарих һәм әҙәбиәт, үҙ сиратында, шулай уҡ, Алланың барлығы тураһында әйтә. Китаптың һаҡланышы бер миҫал булып тора: беҙҙең, тәү ваҡиғаларға яҡын булған китап текстын күҙәтеү һәләте, Изге Яҙманың дөрөҫлөгөн раслай. Йәһүд һәм мәсихселек йоғонтоһо мәҙәниәткә, әхлаҡ, кеше хоҡуҡтары һәм заманса фәндең тыуыуы, хәҡиҡәт менән берҙәм булыуы тураһында, шулай уҡ ышаныслы раҫлай.
Алла бармы? – Алла беҙҙә
Юғарыла һанап үтелгән категориялар үҙҙәре менән тулы бер өлкәнән һәм мең темалы китаптарҙан ғибәрәт. Әммә күпселек кешеләр өсөн Алланың барлығы айырыуса шәхси тәжрибә аша тәрән асыла. Бәлки башҡаларға, һеҙҙең бәхетле икәнлегегеҙҙе «иҫбатлау» мөмкин түгелдер, әммә был, һеҙҙең бәхетле икәнлегегеҙҙең ысынлығын үҙгәртмәй. Был, эске баһаның ғәҙел хәҡиҡәттән өҫтөнлөк алыуы түгел әлбиттә, әммә ҡатмарлы хәҡиҡәт йыш ҡына шәхси тәжрибәлә ышаныслы таяныс таба.
Үҙгәртелгән тормош, төҙәтелгән ҡараштар һәм доғалар өсөн яуаптар - былар барыһы ла, Алла бар икәнлеген иҫбатлаусы, беҙҙәге шәхси ҡараштың бер өлеше.
Хәҡиҡәтте шәхси үҙләштереү – ул, Алла барлығына инандырыусы ысул. Алла ниәте, барлыҡ кешеләрҙең, был тойғоно татып ҡарауҙа. Беҙ Алла менән шәхси мөнәсәбәттәр булдырһын өсөн (Яхъя 14:6), Ул ергә кеше кеүек, шәхси килә (2 Коринфтарға 4:6). Алланы ихлас күңелдән эҙләгән кешеләр Уны табырҙар (Матфей 7:7-8), һәм был Изге Рухтых даими булыуына килтерәсәк (Яхъя 14:26-27).
Шуға күрә «Алла бармы?» тигән һорауға абсолют дәлилдәр ярҙамында яуап бирергә ярамай, әммә беҙ Уның барлығын күрһәтеүсе күп шаһитлыҡтарға таяна алабыҙ. Алланың барлығын ҡабул итеү – ул, һүҡыр иман менән ҡараңғылыҡҡа һикереү түгел. Киреһенсә, был, ҡараңғылыҡтан яҡшы яҡтыртылған һәм ҡайҙа күп нәмәләр аңлайышлы булған бүлмәгә, ышаныслы аҙым яһау.
English
Алла бармы?