settings icon
share icon
Һорау

Кем ул Ғайса Мәсих?

Яуап


«Алла бармы?» тигән һорауҙан айырмалы рәүештә, Ғайса Мәсих булғанмы, тигән һорауҙы, сағыштырмаса аҙ кешеләр бирә. Күпселек, Ғайса ысынлап та 2 000 йыл элек Израилдә йәшәгән тип таный. Бәхәс, кем Ул? тигән һорауға яуап биреүҙән башлана. Һәр ҙур дин тиерлек, Ғайсаны, пәйғәмбәр, яҡшы уҡытыусы йәки тәҡүә кеше булған тип өйрәтә. Әммә Изге Яҙма, Ғайса – ул, пәйғәмбәр, яҡшы уҡытыусы йәки тәҡүә кешенән сикһеҙ ҙурыраҡ, булған тип әйтә.

К.С. Льюис үҙенең "Ғәҙи мәсихселек" китабында былай тип яҙа: «Мин быларҙың барыһын да ысынлап та ахмаҡ киҫәтеү булдырмаҫ өсөн әйттем: «Ғайсаны – Бөйөк әхләк уҡытыусыһы тип танырға әҙер, әммә бер ҡасан да Уның Алла булыуына дәғүәһен ҡабул итмәйем». Былай итеп раҫлаусы ғәҙи кеше, - бөйөк әхләк уҡытыусы түгел, йәки аҡылһыҙ, үҙҙәрен Наполеон тип һанаусы кешеләр, йәки иблис үҙе. Һайлап алыу хәжәте булыу мөмкин түгел: йәки ул – Алла Улы, йәки аҡылһыҙ йә тағы ла насарыраҡ берәйһе. Һеҙ һайлау яһарға тейешһегеҙ:

Унан, аҡылһыҙ кеүектән баш тарта алаһығыҙ һәм Уға иғтибар итмәҫкә мөмкинһегеҙ; йә Уны иблисте үлтергәндәй үлтерә алаһығыҙ; юғиһә һеҙгә Уның алдында сәждә ҡылырға һәм Уны Хоҙай һәм Алла тип ҡабул итергә генә ҡала. Бары тик ошо, Ул – бөйөк уҡытыусы-кешелекле кеше, тигән ҙур мәғәнәһеҙлектән баш тартығыҙ. Ул беҙгә былай уйларға мөмкинселек бирмәй».

Шулай итеп, Ғайса үҙен кем тип күрһәткән? Изге Яҙмалағы һүҙҙәр буйынса, Ул кем булған. Беренсенән, Ул – кәүҙәләнгән Алла. Ғайса, Яхъя 10:30 бәйән иткән Инжилдә: «Мин һәм Ата – бербеҙ» тип әйтә. Тәү ҡарашҡа күренергә мөмкин Алла булыу өсөн, был дәғүә итеү түгел. Уның, Ул Алла тип раҫлаған һүҙҙәрен аңлау өсөн, беҙгә йәһүдтәрҙең реакцияһын ҡарау етә. Тап бына нимә өсөн улар Уны таш бәреп үлтерергә тырыша: «кеше булыуыңа ҡарамаҫтан, Үҙеңде Алла итеп күрһәтеүең өсөн» (Яхъя 10:33). Йәһүдтәр Ғайсаның Алла булыуға дәғүә иткәнен бик яҡшы аңланылар. Алдағы аяттарҙа Ғайса йәһүдтәрҙе бер ҡасан да төҙәтмәй һәм Үҙ һүҙҙәрен асыҡларға тырышмай. Ул бер ҡасан да: «Мин Үҙемде Алла, тип раҫламаным», тип әйтмәй. Ғайса «Мин һәм Ата – бербеҙ» тип әйткән саҡта (Яхъя 10:30), ысынлап та, Алла менән тиң булыуға дәғүә итә.

Яхъя 8:58 аятта Ғайса Үҙенең ғәмәлдә булыуы тураһында иғлан итә: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Ибраһим тыуғанға тиклем үк Мин бар инем инде» ти Ул. Был хәл Алла билдәһе тип һанала. Был белдереүҙе ишетеүсе йәһүдтәр, тағы таштар алып, Уны бәреп үлтерергә теләнеләр (Яхъя 8:59). Үҙенең ғәмәлдә булыуы тураһында иғлан итеп, Ғайса Үҙенә ҡарата Мин – Мәңге Булыусы (Сығыу 3:14 ҡарағыҙ) тигән Алла исемен ҡуллана . Йәһүдтәр, Ғайсаның кәүҙәләнгән Алла икәнлеген ҡабул итмәйҙәр, шулай ҙа Уның нимә тураһында әйтеүен бик яҡшы аңлайҙар.

Изге Яҙмалағы башҡа күрһәтмәләр, Ғайсаның кәүҙәләнгән Алла икәнлеген иҫбат итеп, шул иҫәптән Яхъя 1:1 былай тейелә: «Һүҙ Алла булған» һәм Яхъя 1:14 менән бергә «Һүҙ кеше булды» тейелә. Фома шәкерт Ғайсаға былай ти: «Минең Раббым һәм минең Аллам!» (Яхъя 20:28). Ғайса уны төҙәтмәй. Илсе Павел Ғайсаны «Аллабыҙ ҙа, Ҡотҡарыусыбыҙ ҙа булған Ғайса Мәсих» (Титҡа 2:13) тип атай. Илсе Петрҙа шулай уҡ Ғайсаны «Аллабыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ» тип атай (2 Петр 1:1).

Алла Ата шулай уҡ Ғайсаның шәхеслеге тураһында шаһитлыҡ итә: «Улы тураһында иһә: «Йә, Аллам, батшалығың Һинең мәңгелек, батшалыҡ таяғың – ғәҙеллек таяғы, – ти» (Еврейҙарға 1:8; Зәбүр 44:6). Иҫке Ғәһедтәге Ишағыяһ 9:6 аят кеүек пәйғәмбәрлектәр, Ғайсаның илаһилығы тураһында иғлан итә: «Бына, беҙҙең өсөн бер сабый бала тыуҙы: ул бүләк ителде беҙгә; уның иңендә хакимлыҡ буласаҡ, һәм уға Ғәжәйеп Кәңәшсе, Көслө Алла, Мәңгелек Ата, Именлек Хакиме тигән исем биреләсәк».

Ни өсөн, Ғайсаның шәхеслеге тураһында һорау шул тиклем мөһим? Ни өсөн, Ғайсаның Алла булғанмы икәнлеге мөһим? Быға бер нисә сәбәп бар:

• К.С. Льюис билдәләп үткәнсә, әгәр Ғайса Алла түгел икән, улайһа Ғайса - ялғансыларҙың иң яуызы һәм бер ниндәй ышанысҡа лайыҡ түгел.

• Әгәр Ғайса Алла түгел икән, илселәр ҙә ялғансылар булған.

• Ғайса Алла булырға тейеш булған, сөнки Мәсих "Изге" (Зәбур 15:5) булараҡ вәғәҙә ителгән ине. Ерҙә бер кем дә Алла алдында тәҡүә түгел (Зәбур 52:1; 142:2) Алла кеше кеүек, Үҙе беҙҙең донъяның бер өлөшө булырға тейеш ине.

• Әгәр Ғайса Алла булмаған булһа, донъя гонаһтары өсөн яза биреүҙә Уның үлеме етәрлек булмаҫ ине (1 Яхъя 2:2). Бары Алла Үзе генә мәңгелек ҡиммәтле ҡорбан килтерә ала (Римдарға 5: 8; 2 Коринфтарға 5:21).

• Алла – берҙән-бер Ҡотҡарыусы (Һошеяғ 13:4; 1 Тимофейға 2:3). Әгәр Ғайса Ҡотҡарыусы булырға тейеш икән, улайһа Ул Алла булырға тейеш.

Ғайса, Алла һәм кеше булырға тейеш булған. Алла булараҡ, Ғайса Алла асыуын ҡәнәғәтләндерә алған. Кеше булараҡ, Ғайса үлә алған була. Аллакеше булараҡ Ғайса, ер менән күк араһында камил Аралашсы булған (1 Тимофеюға 2:5). Ҡотолоу Ғайса Мәсихкә булған инаныу арҡылы ғына мөмкин. Ғайса иғлан итте: «Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша үтеп кенә Атам янына барып була» (Яхъя 14:6).

English



Башҡорт телендәге баш биткә кире ҡайтығыҙ

Кем ул Ғайса Мәсих?
© Copyright Got Questions Ministries