settings icon
share icon
Һорау

Нисек мәңгелек тормошто алырға?

Яуап


Изге Яҙма мәңгелек тормошҡа юл аса. Беҙ иң элек, Аллаға ҡаршы гонаһ ҡылыуыбыҙҙы аңларға тейешбеҙ. «Бөтөнөһө лә гонаһ ҡылып, Алла данынан мәхрүм ҡалдылар бит» (Римдарға 3:23). Беҙ барыбыҙ ҙа, Аллаға оҡшамаған ҡылыҡ ҡылдыҡ, шуға күрә язаға лайыҡбыҙ. Ә асылда, гонаһтарыбыҙ мәңгелек Аллаға ҡаршы йүнәлтелгәнлектән, яза ла мәңгелек булырға тейеш. «Гонаһ әжере – үлем, ә Алла бүләге – Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтәге мәңгелек тормош» (Римдарға 6:23).

Шуға ҡарамаҫтан, гонаһһыҙ Ғайса Мәсих, (1 Петр 2:22), мәңгелек Алла Улы, кеше булды (Яхъя 1:1, 14) һәм Үҙенең үлеме менән беҙҙең өсөн түләне. «Әммә Алла беҙгә Үҙ мөхәббәтен шулай иҫбат итте: Мәсих, гонаһлы булған сағыбыҙҙа уҡ, беҙҙең өсөн үлде» (Римдарға 5:8). Ғайса Мәсих, беҙгә тейешле язаны, Үҙенә ҡабул итеп (2 Коринфтарға 5:21), арҡысаҡта үлде (Яхъя 19:31-42). Гонаһ һәм үлемде Үҙенең еңеүе менән исбатлап, Ул өсөнсө көнгә үленән терелде (1 Коринфтарға 15:1-4). «Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһына һәм Атаһына дан! Ул Үҙенең бөйөк мәрхәмәте менән Ғайса Мәсихте үленән терелтеү аша беҙҙе яңынан тыуҙырҙы» (1 Петр 1:3).

Иманыбыҙ аша, беҙгә, үҙ гонаһтарыбыҙҙан боролорға һәм Мәсихкә килеп, ҡотолоу алырға кәрәк. (Ғәмәлдәр 3:19). Әгәр беҙ, Уның арҡысаҡтағы үлеме, беҙҙең гонаһтар өсөн түләү икәненә ышанһаҡ, шул саҡ кисереү һәм Күктәрҙә мәңгелек тормош аласаҡбыҙ. «Алла донъяны шул тиклем яратты, хатта Улына инанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Ул Үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе» (Яхъя 3:16). «Әгәр Ғайсаны Раббы тип таныһаң һәм Алланың Уны үленән терелтеүенә ихлас ышанһаң, ҡотоласаҡһың» (Римдарға 10:9). Мәсихтең арҡысаҡтағы ҡылған батырлығына инаныу, мәңгелек тормошҡа берҙән-бер юл булып тора! «Алла мәрхәмәте менән иман аша ҡотолдоғоҙ. Был һеҙҙең үҙегеҙҙән түгел, ә Алла бүләге. Һеҙ ҡылған эштәрҙең һөҙөмтәһе лә түгел, шуға күрә маҡтанмағыҙ» (Ефестарға 2:8-9).

Әгәр һеҙ Ғайса Мәсихте үҙегеҙҙең Ҡотҡарыусығыҙ тип ҡабул итергә теләһәгеҙ, доға ҡылығыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: доға үҙе ҡотолоуға килтермәй, ни бары һеҙҙең Ғайса Мәсихкә булған иманығыҙ, һеҙҙе гонаһтарығыҙҙан ҡотҡара ала. Был һүҙҙәр – ни бары, һеҙгә ҡотолоу тәьмин итеүсе Алланың, һеҙҙәге Уға ҡарата булған яратыу һәм рәхмәт белдереү тойғоһоноң, ябай аңлатмаһы. «Аллам! Мин Һинең алда гонаһ ҡылыуымды таныйым һәм язаға лайыҡ икәнемде аңлайым. Шуға күрә, мин кисереү алһын өсөн, Ғайса Мәсих минең урынға яза алды. Мин үҙемдең гонаһтарымды Һиңә тапшырам һәм инанам, Һин - минең ҡотолоу юлым. Миңә булған мәрхәмәтең һәм кисереүең өсөн рәхмәт Һиңә! Амин!»

Бында уҡып ишеткәнегеҙ ярҙамында, Ғайсаны ҡабул итергә ҡарар ҡабул иттегеҙме? Әгәр эйе икән, зинһар, түбәндә "Мин бөгөн Мәсихте ҡабул иттем" тигән төймәгә баҫығыҙ.

English



Башҡорт телендәге баш биткә кире ҡайтығыҙ

Нисек мәңгелек тормошто алырға?
© Copyright Got Questions Ministries