settings icon
share icon
Һорау

Мин нисек Алланан гонаһтарымды кисертә алам?

Яуап


Ғәмәлдәр 13:38 китабы раҫлауы буйынса: «Шулай итеп, туғандар, һеҙгә мәғлүм булһын! ...Ғайса аша һеҙгә гонаһтарығыҙҙың кисерелеүе хаҡында иғлан ителә»

Нимә ул кисереү һәм ни өсөн ул кәрәк?

«Кисереү» һүҙе таҙа итеп һөртөү, ғәфү итеү, бурысты юҡҡа сығарыу тигәнде аңлата. Әгәр берәй кешене ҡайғыға һалһаҡ, беҙҙең мөнәсәбәттәр ҡабат төҙәлһен өсөн ғәфү итенәбеҙ. Кемдер хаҡлы тип кенә, кисереү бирелмәй. Бер кем дә кисереүгә хаҡлы түгел. Кисереү – ул мөхәббәт, шәфҡәтлек һәм бәрәкәт акты. Кисереү – ул, башҡа кешегә ҡаршы бер нимә лә ҡылмау, хатта ул беҙгә ҡаршы нимә генә эшләгән булһа ла.

Изге Яҙмала яҙылған, беҙ барыбыҙ ҙа Алланың кисереүенә можтажбыҙ, барыбыҙ ҙа гонаһ ҡылдыҡ. Вәғәзсе 7:20 китабындағы текст былай ти: «Ер йөҙөндә бер ҙә гонаһҡа кермәгән, гел изгелек юлында булған тәҡүә кеше юҡ». 1 Яхъя 1:8 әйтелгәнсә: «Әгәр: «Гонаһыбыҙ юҡ», – тибеҙ икән, беҙ үҙ-үҙебеҙҙе алдайбыҙ һәм беҙҙә хәҡиҡәт юҡ». Асылда, теләһә ниндәй гонаһ, Аллаға ҡаршы баш күтәреү акты булып тора (Зәбур 52:4) Һөҙөмтәлә беҙ Аллаһы кисереүенә мохтаж. Әгәр беҙҙең гонаһтар кисерелмәһә, беҙ мәңгелекте ул ғаҙаптарға сабыр итеп үткәрәсәкбеҙ (Матфей 25:46; Яхъя 3:36).

Кисереү – уны нисек алырға?

Бәхеткә, Алла – мәрхәмәтле һәм яратыусы – беҙҙең бөтә гонаһтарыбыҙҙы кисерергә теләй! 2 Петр 3:9 әйтә: « Ул (Хоҙай) һеҙгә сабырлыҡ күрһәтә, сөнки бер кемдең дә һәләк булыуын теләмәй, ә бөтөн кешенең тәүбәгә килеүен көтә». Алла беҙҙе кисерергә теләй, шуға күрә Ул беҙгә кисереү тәьмин итте.

Гонаһ өсөн берҙән-бер ғәҙел яза – ул үлем. Римдарға яҙылған хаттың 6-сы бүлегенең 23 аятының беренсе яртыһында яҙылғанса: «Гонаһ әжере – үлем...». Мәңгелек үлем – ул, беҙ гонаһтарыбыҙ өсөн лайыҡлы булыуыбыҙ. Тик Алла Үҙенең камил планы буйынса кешегә әүерелде – ул Ғайса Мәсих булды. (Яхъя 1:1, 14). Ғайса арҡысаҡта үлде һәм Үҙенә беҙҙең язаны алды – үлем язаһы.

2 Коринфтарға 5:21 беҙҙе өйрәтә «Беҙ Мәсих аша Алла алдында хаҡ тип иғлан ителә алһын өсөн, Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн ғәйепте гонаһһыҙ Мәсих өҫтөнә һалды». Ғайса арҡысаҡта үлде һәм Ул беҙҙең гонаһтар өсөн түләне! Алла булараҡ Ғайсаның үлеме, бөтә донъя гонаһтарын кисереүҙе тәьмин итте.

1 Яхъя 2:2 былай ти: «Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙҙың, беҙҙең генә түгел, бәлки бөтөн донъя гонаһтарының кисерелеүе хаҡына Үҙен ҡорбан итте». Ғайса үлгәндән һуң терелде, гонаһ һәм үлем өҫтөнән еңеүҙе иғлан итте.

(1 Коринфтарға 15:1-28). Аллаға шөкер, Ғайса Мәсихтең үлеме һәм ҡабат терелеүе аша Римдарға 6:23 аяттың дауамы бар: «ә Алла бүләге – Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтәге мәңгелек тормош».

Һеҙ гонаһтарығыҙ өсөн кисереү алырға теләйһегеҙме? Һеҙ ҙә үтмәй торған ғәйеп тойғоһо бармы? Әгәр Ғайса Мәсихкә үҙегеҙҙең Ҡотҡарыусығыҙ тип инанһағыҙ, һеҙ гонаһтарығыҙ өсөн кисереү ала – алаһығыҙ. Ефестарға 1:7 яҙылған: «Беҙ Мәсихтә Уның ҡаны аша йолоп алынабыҙ, гонаһтарыбыҙ кисерелә. Бының менән Алла сикһеҙ мәрхәмәтен күрһәтте». Беҙ кисереү алһын өсөн, Ғайса беҙҙең урынға бурысыбыҙҙы түләне. Шуға күрә ни бары һезгә шуны эшләргә кәрәк: ул беҙҙең гонаһтарҙы һатып алыу өсөн үлде тип инанырға һәм Ғайса аша Алланан кисереүебеҙҙе һорарға – һәм Алла һеҙҙе кисерер! Яхъя 3:16-17 матур юллама бар: «Алла донъяны шул тиклем яратты, хатта Улына инанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Ул Үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе. Алла Үҙенең Улын донъяны хөкөм итергә тип түгел, ә донъя Уның аша ҡотолһон өсөн донъяға ебәрҙе».

Кисереү - шулай еңелмени?

Эйе, шулай! Һеҙ Алланан кисереү алырға лайыҡ түгел. Кисереүҙе һатып алып булмай. Һеҙ уны иманығыҙ аша ғына, Алла рәхмәте һәм бәрәкәте арҡаһында ала - алаһығыҙ. Әгәр һеҙ Ғайса Мәсихте үҙегеҙҙең Ҡотҡарыусығыҙ тип ҡабул итергә теләһәгеҙ, доға ҡылығыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ - доға үҙе ҡотолоуға килтермәй, ни бары һеҙҙең Ғайса Мәсихкә булған иманығыҙ, һеҙҙе гонаһтарығыҙҙан ҡотҡара ала. Был доға – ни бары, һеҙгә ҡотолоу тәьмин итеүсе Алланың, һеҙҙәге Уға ҡарата булған яратыу һәм рәхмәт белдереү тойғоһоноң, ябай аңлатмаһы. «Аллам! Мин Һинең алда гонаһ ҡылыуымды таныйым һәм язаға лайыҡ икәнемде аңлайым. Шуға күрә, мин кисереү алһын өсөн, Ғайса Мәсих минең урынға яза алды. Мин үҙемдең гонаһтарымды Һиңә тапшырам һәм инанам, Һин - минең ҡотолоу юлым. Миңә булған мәрхәмәтең һәм кисереүең өсөн рәхмәт Һиңә! Амин!»

Бында уҡып ишеткәнегеҙ ярҙамында, Ғайсаны ҡабул итергә ҡарар ҡабул иттегеҙме? Әгәр эйе икән, зинһар, түбәндә "Мин бөгөн Мәсихте ҡабул иттем" тигән төймәгә баҫығыҙ.

English



Башҡорт телендәге баш биткә кире ҡайтығыҙ

Мин нисек Алланан гонаһтарымды кисертә алам?
© Copyright Got Questions Ministries