Һорау
Алламы Ғайса? Ғайса Үҙен Алла тип раҫланымы?
Яуап
Ғайсаның Алла түгеллеген, инҡар итеүсе ҡайһы берәүҙәр, Ғайса бер ҡасан да Үҙенең Алла булыуын әйтмәне, тип раҫлайҙар. Дөрөҫ, Изге Яҙмала: «Мин мәңге Булыусы Алла» тип, Ғайсаның нәҡ бына ошо һүҙҙәрҙе әйтеүе, бер ҡайҙа ла яҙылмаған. Әммә был, Ғайса Үҙен Алла тип бер ҡасан да раҫламаны тигән һүҙ түгел.
Алламы Ғайса? - Ғайса Үҙен Алла тип раҫланы.
Мәҫәлән, Инжилдә Яхъя 10:30 бәйән ителгән Ғайса һүҙҙәрен алайыҡ: «Мин һәм Ата – бербеҙ». Уның, Ул Алла тип раҫлаған һүҙҙәрен аңлау өсөн, беҙгә йәһүдтәрҙең реакцияһын ҡарау етә. Тап бына нимә өсөн улар Уны таш бәреп үлтерергә тырыша: «кеше булыуыңа ҡарамаҫтан, Үҙеңде Алла итеп күрһәтеүең өсөн» (Яхъя 10:33). Йәһүдтәр Ғайсаның Алла булыуға дәғүә иткәнен бик яҡшы аңланылар. «Мин һәм Ата – бербеҙ» тип Ғайса белдереү яһағас, Ул Атаһы менән Үҙенең бер тәбиғәт һәм асыл тәшкил итеүе тураһында әйткән. Яхъя 8:58 аятта тағы ла бер миҫал табылды. Ғайса әйтә: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Ибраһим тыуғанға тиклем үк Мин бар инем инде». Был аят беҙҙе Сығыу 3:14 ебәрә, унда Алла Үҙен «Мин мәңге Булыусы» тип таныта. Был белдереүҙе ишетеүсе йәһүдтәр, Муса ҡануны (Левиҙәр 24:16) буйынса Уны таштар бәреп үлтерергә теләнеләр.
Алламы Ғайса? – Уның шәкерттәре Уны Алла тип иғлан иттеләр.
Яхъя Ғайсаның илаһилыҡ фекерен ҡабатлай: «Иң элек Һүҙ (Ғайса) булған» һәм «Һүҙ кеше булды» (Яхъя 1:1, 14). Был аяттар, Ғайсаның – кәүҙәләнгән Алла икәнглеген асыҡ күрһәтә. Ғәмәлдәр 20:28 беҙгә былай ти: «Шулай итеп, үҙегеҙ һәм Изге Рух һеҙҙе көтөүсе итеп ҡуйған көтөү тураһында ҡайғыртығыҙ. Үҙ Улының ҡаны аша Алла Үҙенеке иткән берҙәмлеккә көтөүселәр булығыҙ». Кем берҙәмлекте, ҡаны аша Үҙенеке иткән? Ғайса Мәсих. Ошо уҡ аятта, Алла Үҙ ҡаны аша берҙәмлекте Үҙенеке иткән тейелә. Шулай булғас, Ғайса – ул Алла.
Ғайса тураһында Фома шәкерт былай ти: «Минең Раббым һәм минең Аллам!» (Яхъя 20:28). Ғайса уны төҙәтмәй. Титҡа 2:13 аятта беҙгә, беҙҙең Аллабыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихте көтөргә саҡыра (шулай уҡ 2 Петр 1:1 ҡарағыҙ). Еврейҙарға 1:8 хатында, Атаһы Ғайса тураһында әйтә: «Улы тураһында иһә: «Йә, Аллам, батшалығың Һинең мәңгелек, батшалыҡ таяғың – ғәҙеллек таяғы, – ти». Ғайсаның ысынлап та Алла икәнлеген күрһәтеп, Атаһы Ғайсаны Алла тип атай.
Асылыш китабында фәрештә илсе Яхъяны Аллаға ғына сәждә ҡылырға өйрәтә (Асылыш 19:10). Ғайса Инжилдә бер нисә тапҡыр сәждә ҡабул итә ( Матфей 2:11; 14:33; 28:9, 17; Лука 24:52; Яхъя 9:38). Ул бер ҡасан да, Үҙенә сәждә ҡылыусы кешеләрҙе ғәйепләмәй. Әгәр Ғайса Алла булмаған булһа, Асылыш китабында фәрештә эшләгән кеүек, Ул кешеләргә Үҙенә сәждә ҡылмаһындар тип әйтер ине. Инжилдә, был аяттарҙан башҡа, Ғайсаның – Алла икәнлеген иҫбат итеүсе башҡа бик күп аяттар бар.
Алламы Ғайса? – Ғайсаның Алла булыу сәбәбе.
Ғайсаның Алла булыуының иң мөһим сөбәбе шунда, әгәр Ул Алла булмаған булһа, донъя гонаһтары өсөн яза биреүҙә Уның үлеме етәрлек булмаҫ ине (1 Яхъя 2:2). Әгәр Ғайса яралтылған зат булһа һәм Ул Алла булмаһа, ул саҡта сикһеҙ Аллаға ҡаршы гонаһ өсөн бөткөһөҙ яза бирә алмаҫ ине. Бындай язаны сикһеҙ Алла ғына кисерә ала. Үлеп һәм терелеп, гонаһ һәм үлем өҫтөнән Үҙенең еңеүен иҫбатлап, донъяның гонаһтарын Алла ғына үҙ өҫтөнә ала ала (2 Коринфтарға 5:21).
Ғайса ысынлап та Алламы? Эйе. Ғайса Үҙен Алла тип иғлан итте. Уның шәкерттәре, Уның Алла икәненә инандылар. Ҡотолоу мөмкин шул осраҡта, әгәр Ғайса – Алла булһа ғына. Ғайса - кәүҙәләндерелгән Алла, мәңгелек Альфа һәм Омега (Асылыш 1:8; 22:13) һәм Ул Алла, беҙҙең Ҡотҡарыусы (2 Петр 1:1).
English
Алламы Ғайса? Ғайса Үҙен Алла тип раҫланымы?