settings icon
share icon
Һорау

Мин Ғайсаға инандым... хәҙер нимә?

Яуап


Ҡотлайбыҙ! Һеҙ ҡарар ҡабул иттегеҙ, ул һеҙҙең тормошто мәңгегә үҙгәртәсәк. Бәлки, һеҙ үҙегеҙҙән һорайһығыҙҙыр: «Ә хәҙер нимә? Миңә нисек үҙ юлымды Алла менән башларға?» Изге Яҙмала, һеҙгә дөрөҫ йүнәлеш һайларға ярҙам итеүсе, биш аҙым һүрәтләнә. Әгәр һеҙҙең сәйәхәтегеҙ ваҡытында һорауҙар килеп тыуһа, ошонда зинһар инегеҙ www.GotQuestions.org/Bashkir.

1. Ҡотҡарыуҙы дөрөҫ аңлауығыҙға, тамам ышанығыҙ.

1 Яхъя 5:13 аят беҙгә бәйән итә: «Мин быны һеҙгә, Алла Улына инаныусыларға, мәңгелек тормошоғоҙ барлығын белһен өсөн яҙҙым». Алла беҙгә, ҡотҡарыуҙы дөрөҫ аңлауыбыҙҙы һәм беҙ ҡотҡарылыу алдыҡ тип тулыһынса инаныуыбыҙҙы теләй. Әйҙәгеҙ, ҡыҫҡаса ҡотҡарыу тураһындағы төп ҡараштарҙы ҡабатлап сығайыҡ:

А) Беҙ барыбыҙ ҙа гонаһлы. Беҙ Алла алдында барыбыҙ ҙа яраҡһыҙ эш ҡылдыҡ (Римдарға 3:23).

Б) Алланан мәңге айырылыу – ул, гонаһыбыҙ өсөн беҙ лайыҡлы булған яза (Римдарға 6:23).

В) Ғайса арҡысаҡта, үлеме менән беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн түләне (Римдарға 5:8, 2 Коринфтарға 5:21). Ғайса беҙҙең урынға, беҙ лайыҡ булған язаны ҡабул итеп үлде. Ә Ғайсаның терелеүе, Уның үлеме беҙҙең гонаһыбыҙ өсөн тулыһынса түләне тип, иҫбат итте.

Г) Кем Ғайсаға таянып, Уның үлеме беҙҙең гонаһыбыҙ өсөн тулыһынса түләне тип инана, Алла ундайҙарға кисереү һәм ҡотҡарыу бирә (Яхъя 3:16, Римдарға 5:1, 8:1).

Ошо ҡотҡарыу була ла инде! Әгәр һеҙ Ғайса Мәсихкә үҙегеҙҙең Ҡотҡарыусығыҙ тип инанаһығыҙ икән – һеҙ ҡотҡарылдығыҙ! Һеҙҙең барлыҡ гонаһтар кисерелгән, һәм Алла, һеҙҙе бер ҡасан да ташлап китмәҫкә тигән, вәғәҙә бирә (Римдарға 8:38-39, Матфей 28:20). Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ, һеҙҙең ҡотолоу Ғайса Мәсих аша раҫланған (Яхъя 10:28-29). Әгәр һеҙ Ғайса Мәсихкә генә үҙегеҙҙең Ҡотҡарыусығыҙ тип инанаһығыҙ икән, ышанығыҙ, Алла менән мәңгелек тормошто ожмахта үткәрәсәкһегеҙ!

2. Изге Яҙманы өйрәтеүсе, ғибәҙәтхана табығыҙ.

Ғибәҙәтхана – ул бина түгел, ғибәҙәтхана – ул кешеләр. Ғайса Мәсихкә инаныусылар өсөн иң мөһиме, башҡа имандаштар менән аралашыу. Ғибәҙәтханала был төп маҡсаттарҙың береһе булып тора. Ғайса Мәсихкә инанғандан һуң, беҙ һеҙгә Изге Яҙманы өйрәнеүсе ғибәҙәтхананы табырға һәм уның етәксеһе менән һөйләшергә кәңәш итәбеҙ. Һеҙҙең Ғайсаға яңы инаныуығыҙ тураһында, уға ишеттерегеҙ.

Ғибәҙәтхананың икенсе маҡсаты Изге Яҙманы уҡыуҙа. Һеҙ, Алла күрһәтмәләрен үҙ тормошоғоҙҙа ҡулланырға өйрәнәсәкһегеҙ. Изге Яҙманы аңлау, һеҙгә мәсихсе тормошонда уңышлы булырға ярҙам итәсәк. Быны 2 Тимофейға 3:16-17 аяттар раҫлай: «Изге Яҙма тотош Алла тарафынан рухландырылған һәм өйрәтеү, фашлау, төҙәтеү, хаҡ тормош өсөн тәрбиәләүгә файҙалы, шулай итеп, Алла кешеһе барыһына ла маһир һәм бөтөн яҡшы эшкә лә әҙер».

Ғибәҙәтхананың өсөнсө маҡсаты маҡтау. Беҙ Алла булдырған бар нимәләр өсөн, маҡтау аша Уға рәхмәт белдерәбеҙ. Алла беҙҙе ҡотҡарҙы. Ул беҙҙе ярата һәм беҙгә кәрәк булғандың барыһын да бирә. Ул беҙҙең менән етәкселек итә һәм беҙгә өгөт-нәсихәт бирә. Нисек инде беҙ Уны рәхмәттән ҡалдыра алабыҙ?! Алла изге, хыянатһыҙ, яратыусы, миһырбанлы һәм мәрхәмәтле. Асылыш 4:11 былай ти: «Раббы Аллабыҙ, Һин дан, хөрмәт һәм ҡөҙрәт ҡабул итергә лайыҡлыһың, сөнки бар нәмәне Һин яраттың, барыһы ла Һинең ихтыярың менән бар ителде. һәм булды».

3. Алла менән көн һайын аралашыу өсөн ваҡыт бүлегеҙ.

Беҙгә һәр көн Алла менән аралашыуҙа ваҡыт үткәреү, бик мөһим. Ҡайһы бер кешеләр был ваҡытты «тыныс сәғәт» тип атайҙар. Башҡалар - «рухи бағышланыу», сөнки был ваҡытта беҙ үҙебеҙҙе Аллаға бағышлайбыҙ. Берәүҙәр был ваҡытты иртәнсәк үткәрә, башҡалар кискелеккә өҫтөнлөк бирә. Һеҙ был ваҡытты нисек тип атауҙан, йәки көндөң ниндәй өлөшөндә һеҙ уны үткәрәсәкһегеҙ, мәғәнәһе юҡ, – иң мөһиме, һеҙгә даими рәүештә ваҡытығыҙҙы, Алла менән үткәреү. «Тыныс сәғәт» нимәнән тора һуң?

А) Доға. Доға – ул Алла менән аралашыу ысулы. Уға үҙегеҙҙең хәстәрлектәрегеҙ һәм мәсьәләләрегеҙ тураһында һөйләгеҙ. Унан аҡыл һәм етәкселек һорағыҙ, шунан тыш һеҙ нимәгә мохтаж, шуны. Уға ҡарата булған мөхәббәтегеҙ тураһында һәм шулай уҡ, Уның һеҙҙең өсөн нимә эшләүен нисек ихтирам итеүегеҙҙе һөйләгеҙ. Доғаның асылы шунда.

Б) Изге Яҙманы уҡыу. Өҫтәмә рәүештә Изге Яҙманы ғибәҙәтханала өйрәнеү менән, һеҙгә Уны үҙ аллы уҡырға кәрәк. Изге Яҙма, һеҙҙең уңышлы мәсихсе тормошо өсөн кәрәкле, бөтөн мәғлүмәтте туплай. Унда Алланың бөтә булған бынан тыш сағыштырмаса күрһәтмәләре бар, нисек дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә, нисек Алла ихтыярын танып-белергә, нисек башҡаларға вәғәҙләргә һәм рухи үҫеш алырға. Изге Яҙма – ул һеҙгә бирелгән Алла һүҙе. Асылда, Изге Яҙма – ул нисек һеҙгә, Уға яраҡлы һәм һеҙҙе ҡәнәғәтләндерерлек итеп тормошта ғүмер итергә өйрәтеүсе Алла ҡулланмаһы.

4. Һеҙгә рухи үҫештә ярҙам итә алырлыҡ кешеләр менән, мөнәсәбәттәрегеҙҙе үҫтерегеҙ.

1 Коринфтарға 15:33 яҙылған: «Алданмағыҙ: «аҙғын кешеләр менән аралашыу яҡшы әхлаҡты боҙа». Изге Яҙма беҙҙе насар кешеләрҙең йоғонтоһо аҫтында булыуҙан иҫкәртә. «Аҙғын кешеләр» менән үткәрелгән ваҡыт, беҙҙе вәсвәсәгә һалдыра. Беҙ аралашҡан кешеләрҙең холҡо, беҙҙең тәртипкә ҡотолғоһоҙ йоғонто яһаясаҡ. Бына ни өсөн үҙеңде, Алланы яратыусы һәм Уға тоғро кешеләр менән уратыуы бик мөһим.

Бәлки үҙ ғибәҙәтханағыҙҙан, һеҙгә ярҙам итә алырлыҡ һәм булышырлыҡ дуҫтар табырға тырышығыҙ (Еврейҙарға 3:13; 10:24). Дуҫтарығыҙҙан һеҙҙең «тыныс сәғәт», көндәлек эшсәнлегегеҙ һәм Алла менән тормош «сәяхәтегеҙ» тураһында ҡыҙыҡһыныуҙарын һорағыҙ. Һеҙ ҙә уларҙан, шул уҡ хәлде һеҙҙең өсөн эшләү мөмкинме, тип һорағыҙ. Был бөтөнләй, Раббы Ғайсаны үҙ Ҡотҡарыусыһы тип танымаған барлыҡ дуҫтарығыҙҙы, һеҙ оноторға тейешһегеҙ тигән һүҙ түгел. Уларҙы яратыуығыҙҙы һәм улар менән дуҫ булыуығыҙҙы дауам итегеҙ. Һеҙ уларға ябай ғына, Ғайса минең тормошомдо үҙгәртте, һәм мин башҡаса элек ҡылған эштәрҙе, әле ҡыла алмайым, тип әйтегеҙ. Алланан, Ғайса тураһында шаһитлыҡты, ошондай дуҫтарығыҙ менән уртаҡлашырға, мөмкинселек һорағыҙ.

5. Сумдырылығыҙ.

Күп кенә кешеләр сумдырылыу асылын хаталы аңлай. «Сумдырылыу» һүҙе һыуға батырыуҙы аңлата. Сумдырылыу – ул Изге Яҙмалағы ысул, халыҡ алдында һеҙҙең Ғайсаға бағышланған яңы иманығыҙҙы һәм Уның артынан барырға тигән ҡарарығыҙҙы иғлан итеү. Һыуға батырылыу беҙҙең Ғайса менән ерләнеүебеҙҙе, ә һыуҙан сығыу – Уның яңынан терелеүен символлаштыра (Римдарға 6:3-4).

Сумдырыу үҙе ҡотҡарыуға килтермәй һәм гонаһтарҙы ла йыуып төшөрмәй. Сумдырылыу – ул ни бары тыңлаусанлыҡҡа аҙым һәм Ғайсаны үҙ Ҡотҡарыусыбыҙ тип инаныуыбыҙҙы иғлан итеү. Әгәр һеҙ сумдырылыу үтергә әҙерһегеҙ икән, был тура ла ғибәҙәтхана руханийы менән һөйләшегеҙ.

English



Башҡорт телендәге баш биткә кире ҡайтығыҙ

Мин Ғайсаға инандым... хәҙер нимә?
© Copyright Got Questions Ministries