settings icon
share icon
Һорау

Ғайсаны үҙеңдең шәхси Ҡотҡарыусың тип ҡабул итеү нимәне аңлата?

Яуап


Иң элек, һеҙ нисек яуап биргәнсе, был һорауҙы аңлатырға, рөхсәт итегез. Иң башта, кем ул Ғайса Мәсих, нимә ул «шәхси» һәм «Ҡотҡарыусы» тигән һүҙҙәрҙе асыҡларға кәрәк.

Кем ул Ғайса Мәсих? Күптәр Ғайса Мәсихте яҡшы кеше, бөйөк уҡытыусы һәм хатта Алла пәйғәмбәре тип иҡрар итәләр. Ғайсаны был ысынлап та һүрәтләй, тик ысынында Уның Кем булғанын билдәләмәй. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Ғайса кеше тәнле Алла, йәғни Алла кешегә әүерелә (Яхъя 1:1,14). Алла ергә, беҙҙе уҡытыу, һауыҡтырыу, төҙәтеү, кисереү... һәм беҙҙең өсөн үлергә төшкән! Ғайса Мәсих - Алла, Булдырыусы һәм Ҡөҙрәтле Хоҙай. Һеҙ бындай Ғайсаны ҡабул иттегеҙме?

Кем ул Ҡотҡарыусы, һәм ни өсөн беҙ Уға мохтаж? Изге Яҙмала әйтелгәнсә, беҙ барыбыҙ ҙа гонаһ ҡылдыҡ, һәм бер генә тәҡүә кеше лә юҡ (Римдарға 3:10-18). Үҙебеҙҙең гонаһыбыҙ арҡаһында беҙ Алланың асыуы һәм язаһына лайыҡбыҙ. Ә мәңгелек һәм сикһеҙ Аллаға ҡаршы ҡылған гонаһтарыбыҙ өсөн ғәҙел язаға тартыу ғына, сикһеҙ яза буласаҡ (Римдарға 6:23; Асылыш 20:11-15). Шуға күрә беҙ Ҡотҡарыусыға мохтаж!

Ғайса Мәсих ергә төштө һәм беҙҙең урынға үлде. Уның, кеше тәнле Алланың үлеме, беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн сикһеҙ түләү булды (2 Коринфтарға 5:21). Ул, беҙҙең ҡылыҡтар өсөн, һәм беҙгә быны эшләргә тура килмәһен тип яза алып үлде (Римдарға 5:8). Ә Ғайсаның үленән терелеүе, беҙҙең гонаһтарҙы йолоп алыр өсөн етәрлек тип, иҫбат итте. Тап шуның өсөн Ғайса – беҙҙең берҙән – бер Ҡотҡарыусы (Яхъя 14:6; Ғәмәлдәр 4:12)! Һеҙ Ғайсаға үҙ Ҡотҡарыусығыҙ тип инанаһығыҙмы?

Ғайса һеҙҙең «шәхси» Ҡотҡарыусығыҙмы? Күпселек кешеләр мәсихселеккә, ғибәҙәтханаға барыу, йолаларҙы үтәү һәм билдәле гонаһтарҙан тыйылыу, тип ҡарай. Әммә был ғына етмәй. Ысын мәсихселек – ул Ғайса Мәсих менән шәхси мөнәсәбәттә булыу. Мәсихте шәхси Ҡотҡарыусы тип ҡабул итеү, беҙ Уға шәхси инанабыҙ тигәнде аңлата. Бер кем дә башҡаларҙың иманы аша ҡотола алмай һәм бер кем дә тик яҡшы ғәмәлдәр ҡылып ҡына кисереү ала алмай. Ҡотолоу өсөн берҙән-бер юл – ул Ғайсаны үҙ Ҡотҡарыусың тип шәхси ҡабул итеү, Уның үлеме һеҙҙең гонаһтарығыҙ өсөн түләү, ә Уның терелеүе мәңгелек тормошҡа гарантия, тип инаныу (Яхъя 3:16). Ғайса һеҙҙең шәхси Ҡотҡарыусығыҙмы?

Әгәр һеҙ Ғайса Мәсихте үҙ Ҡотҡарыусығыҙ тип ҡабул итергә теләйһегеҙ икән, Аллаға түбәндәге һүҙҙәрҙе әйтегеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: доға үҙе ҡотолоуға килтермәй, ни бары һеҙҙең Ғайса Мәсихкә булған иманығыҙ, һеҙҙе гонаһтарығыҙҙан ҡотҡара ала. Был һүҙҙәр – ни бары, һеҙгә ҡотолоу тәьмин итеүсе Алланың, һеҙҙәге Уға ҡарата булған яратыу һәм рәхмәт белдереү тойғоһоноң, ябай аңлатмаһы. «Аллам! Мин Һинең алда гонаһ ҡылыуымды таныйым һәм язаға лайыҡ икәнемде аңлайым. Шуға күрә, мин кисереү алһын өсөн, Ғайса Мәсих минең урынға яза алды. Мин үҙемдең гонаһтарымды Һиңә тапшырам һәм инанам, Һин - минең ҡотолоу юлым. Миңә булған мәрхәмәтең һәм кисереүең өсөн рәхмәт Һиңә! Амин!»

Бында уҡып ишеткәнегеҙ ярҙамында, Ғайсаны ҡабул итергә ҡарар ҡабул иттегеҙме? Әгәр эйе икән, зинһар, түбәндә "Мин бөгөн Мәсихте ҡабул иттем" тигән төймәгә баҫығыҙ.

English



Башҡорт телендәге баш биткә кире ҡайтығыҙ

Ғайсаны үҙеңдең шәхси Ҡотҡарыусың тип ҡабул итеү нимәне аңлата?
© Copyright Got Questions Ministries