Һорау
Кем ул мәсихсе?
Яуап
Аңлатма һүҙлегендә шундай билдәләмә бар: «Мәсихсе - Ғайса Мәсихкә, йәки Ғайса уҡыуына нигеҙләнгән дингә ышаныусы шәхес». Хәйер, кем ул мәсихсе тигәнде аңлау өсөн, был яҡшы башланғыс әлбиттә, тик ул башҡа күп донъяүи билдәләмәләр кеүек, хәҡиҡи изге яҙмалағыса был һүҙҙәрҙең ысын мәғәнәһен аңлатып бирмәй.
Инжилдә «Мәсихсе» һүҙе өс тапҡыр ҡулланыла (Ғәмәлдәр 11:26; 26:28; 1 Петр 4:16). Беренсе тапҡыр Ғайса Мәсихтең шәкерттәрен мәсихселәр тип Антиохияла атайҙар (Ғәмәлдәр 11:26), сөнки үҙ тәртибе, ғәмәлдәре һәм һүҙҙәре менән улар Ғайса Мәсих кеүек инеләр. Башта был һүҙ Антиохия мәжүсиҙәре тарафынан мәсхәрә ителгән ҡушамат булараҡ ҡулланылған. Ул һүҙмә – һүҙ әйткәндә «Мәсих төркөмөндә булыусылар» йәки «яҡлылар/ Мәсих шәкерттәре» һәм аңлатма һүҙлегендәге билдәләмәгә бик яҡын.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡыттар уҙыу менән «мәсихсе» һүҙе үҙенең бөйөк әһәмиәтен юғалтты һәм ни бары дини йәки юғары әхләкле кешеләргә ҡарата ҡулланыла башланы, ә ысын тергеҙелгән Мәсих шәкерттәренә түгел. Ғайса Мәсихкә инанмаған күп кешеләр, ғибәҙәтханаға йөрөгәнгә йәки үҙҙәрен «мәсихселек» милләтендә йәшәгәнгә генә, мәсихселәр тип атайҙар. Әммә ғибәҙәтханала булыу, мохтаждарға ярҙам итеү, йәки әхләкий йәшәү рәүеше алып барыу арҡаһында ғына беҙ әле мәсихселәргә әйләнмәйбеҙ.
Бер вәғәзсе әйткән: «Ғибәҙәтханаға барыу беҙҙән мәсихсе яһамай, шулай уҡ гаражға барыу беҙҙән машина яһамай» Шулай итеп, ғибәҙәтханала ағза булыу, ғибәҙәт ҡылыу, ғибәҙәтхана эшенә иғәнә итеү беҙҙе мәсихселәр итә алмай.
Изге Яҙма өйрәткәнсә, беҙ изге ғәмәлдәр ярҙамында ғына Аллаһы Тәғәләнең мәрхәмәтенә ирешә алмайбыҙ. Титҡа 3:5 аятында яҙылған: «Беҙҙе ҡылған ғәҙел эштәребеҙ өсөн түгел, ә Үҙенең шәфҡәте арҡаһында ҡотҡарҙы, яңы тормош өсөн һыу менән таҙарындыртты, Изге Рух менән яңыртты» Шуға күрә мәсихсе – ул, Алла арҡылы «яңыртылған» (Яхъя 3:3, 7; 1 Петр 1:23) һәм Ғайса Мәсихкә инаныусы зат. Ефестарға 2:8 аятта былай тейелә: «Алла мәрхәмәте менән иман аша ҡотолдоғоҙ. Был һеҙҙең үҙегеҙҙән түгел, ә Алла бүләге». Ысын мәсихселәр - үз гонаһтарында тәүбә иткән һәм Ғайса Мәсихкә инанған кешеләр. Уларҙың имандары - дин йәки әхләк кодексына буйһонмау, шулай уҡ рөхсәт ителгән һәм тыйылған ғәмәлдәр исемлеген үтәмәү түгел.
Ысын мәсихсе торошо менән Ғайса Мәсихкә инаныусы һәм Ул арҡысаҡта беҙҙең гонаһтар өсөн улде, үлем өҫтөнән еңеү яулап һәм мәңгелек тормошто кем Уға инанған шуға бүләк итер өсөн, өсөнсө көнгә терелде тип, дәлилләүсе шәхес. Яхъя 1:12 аятта яҙылған: «Ә Үҙен ҡабул итеп, Үҙенә инанғандарға Ул Алла балалары булырға хоҡуҡ бирҙе». Ысын мәсихсе – ул, Мәсихтә яңы тормошо булған Алла балаһы һәм Алла ғаиләһенең ағзаһы. Ә ысын мәсихселектең билдәһе, ул яҡыныңды яратыу һәм Алла һүҙенә тыңлаусан булыу. (1 Яхъя 2:4, 10)
Бында уҡып ишеткәнегеҙ ярҙамында, Ғайсаны ҡабул итергә ҡарар ҡабул иттегеҙме? Әгәр эйе икән, зинһар, түбәндә "Мин бөгөн Мәсихте ҡабул иттем" тигән төймәгә баҫығыҙ.
English
Кем ул мәсихсе?